

Башҡортостандағы Пилотһыҙ системалар батальонында хеҙмәт итергә теләүселәрҙең көндән-көн артыуы күҙәтелә.
Шул иғтибарға лайыҡ, ир-ат, бигерәк тә йәштәр Рәсәй Оборона Министрлығы менән контракт төҙөргә атлығып тора. Әлбиттә, һайлап алыу ойошторола, уның ҡарауы, хәрби комиссариаттың ишеген асып инеүселәрҙең барыһы ла министрлыҡтың талаптарына тулыһынса яуап бирә. Шулай уҡ егеттәрҙең һәммәһенең дә сәләмәтлеге яҡшы, улар хәрби хеҙмәткә яраҡлы.
Мәҫәлән, Артур Юлмөхәмәтовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул бәләкәйҙән радиоэлектроника менән мауыҡҡан, мәктәпте тамамлағас, был йүнәлештәге колледжға уҡырға ингән.
– Мәктәптә физика менән математика еңел бирелде, – ти әңгәмәсем. – Бөгөн иһә илебеҙҙең яҙмышы ҡурҡыныс аҫтында булғанда тыныс ҡына ситтән ҡарап тора алмайым. Шуның өсөн дә пилотһыҙ системалар батальонында хеҙмәт итергә теләйем.
Шулай уҡ бүтән егеттәр ҙә хәрби хеҙмәткә барырға, ә тап пилотһыҙ системалар батальонында хеҙмәт итергә уйҙарын белдерҙе.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.