

29 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында төбәк Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Росгвардия идаралығы ойошторолоуҙың 10 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе яугирҙәрҙе ведомствоның юбилейы менән ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Радий Хәбировтың сығышынан стенограмма:
Хөрмәтле Александр Станиславович (А. Голуб, Рәсәй Федерацияһы Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы)! Хөрмәтле хәрби хеҙмәткәрҙәр ! Ҡәҙерле ветерандар! Хөрмәтле ҡунаҡтар!
Бөгөн беҙ иҫтәлекле датаны – Рәсәй Федерацияһы Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы ойошторолоуға 10 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ.
10 йыл – тарихи үлсәмдәр менән ҡарағанда әллә ни күп түгел. Әммә хеҙмәтегеҙҙең тамырҙары боронғо замандарға барып тоташа. Һәм һеҙ данлыҡлы хәрби традицияларҙың вариҫтары булып тораһығыҙ. Нәҡ ошо традициялар бөгөн коллективығыҙҙы берләштерә, ә һынауҙарҙа сынығыуығыҙ һәм характерығыҙ нығына. Башҡортостан Республикаһы буйынса Росгвардия идаралығы теләһә ниндәй ҡатмарлы имтихандарҙы намыҫ менән үтә, тип ышаныс менән әйтә алам.
Һуңғы йылдарҙа ғына республикабыҙҙа дәүләттең беренсе шәхестәре, сит ил ҡунаҡтары, алдынғы сәйәсмәндәр, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, балалар ҡатнашлығында бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге тиҫтәләгән ҙур саралар үтте. Һеҙ шулай уҡ ҡатмарлы хеҙмәт командировкаларына ла сығаһығыҙ. Һәм һәр юлы үҙегеҙҙең профессиональ бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәйһегеҙ.
Идаралыҡтың беренсе етәксеһе – полиция генерал-майоры Вячеслав Николаевич Андреевҡа һәм уның командаһына ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төрлө структураларҙың подразделениеларын берләштереү мөмкин булды. Артабан был эште полиция генерал-майоры Александр Борисович Бурдо уңышлы дауам итте. Ә бөгөн Идаралыҡты полиция полковнигы Александр Станиславович Голуб етәкләй. Уның етәкселегендә республикалағы Росгвардия алда ла яуаплы бурыстарҙы уңышлы хәл итәсәгенә ышанам.
Әлбиттә, айырым һүҙҙәр – бөгөн махсус хәрби операция зонаһында бурыстарын үтәүселәргә.
Һеҙҙең сафта Рәсәй Геройы, полиция подполковнигы Николай Анатольевич Злобин хеҙмәт итә. Ул был юғары исемгә Төньяҡ Кавказда хеҙмәт-хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ булды. Бындай кешеләр – бөтә республиканың ғорурлығы.
Башҡортостан Росгвардия составында төҙөлгән Салауат Юлаев исемендәге ике ирекле батальонды техника, ҡорал, һаҡланыу саралары менән тәьмин итеүҙе дауам итәсәк.
Иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе – йәштәр менән эшләү. Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө мәктәптәрендә Росгвардияның 16 профилле класы эшләй, уларҙа 382 кадет уҡый. Был кластарҙы тамамлаусылар Росгвардияның юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөккә эйә. Был тимәк, бер нисә йылдан һеҙгә мәктәптә үк Ватанға хеҙмәт итеүҙе һайлаған, әҙерлекле, маҡсатлы йәштәр киләсәк. Һәм был – Росгвардияның уңышлы киләсәгенең иң яҡшы кешелек капиталы.
Хөрмәтле иптәштәр!
Республика алда ла росгвардиясыларға яуаплы бурыстарҙы хәл итеүҙә тулыһынса ярҙам күрһәтәсәк.
Һеҙҙе Идаралыҡтың 10 йыллығы менән ихлас ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныс күк йөҙө һәм хеҙмәттә уңыштар теләйем.
Ғаиләләрегеҙ һәр ваҡыт ышаныслы тыл булһын, ә өйҙәрегеҙҙә тыныслыҡ һәм татыулыҡ хаким итһен. Бурысҡа тоғролоғоғоҙ һәм намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!”
Росгвардияның төбәк идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Александр Голуб Башҡортостан етәкселегенә хеҙмәт ихтыяждарына иғтибарлы булғандары һәм милли гвардия ғәскәрҙәре алдында торған бурыстарҙың мөһимлеген аңлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
–“Росгвардияның һәр хәрби хеҙмәткәре исеменән Башҡортостан Башлығына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙҙең шәхси ҡатнашлығығыҙ беҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә ҡеүәтле терәк булып тора, – тине Александр Голуб. – Һеҙҙең менән бергә беҙ республикала хәүефһеҙлекте тәьмин итәбеҙ. Радий Фәрит улы, ошо ҡатмарлы осорҙа күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн ихлас рәхмәтемде ҡабул итегеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә!”
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.