

Гөлнара Янышева – Миәкә районы ҡыҙы. Күптән инде Салауат ҡалаһында төпләнеп, китапхана тармағында хеҙмәт итә. Салауат ҡалаһының Үҙәк китапханалар системаһының 10-сы филиалын – тарихи-рухи тергеҙеү китапханаһын етәкләй. Ул йәш яҙыусы, махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған хикәйәләре бар, “Фәрештәләр беҙҙең эргәлә” тигән пьесаһы ла танылыу алған. Ләкин бөгөнгө яҙмам уның ирекмәнлек ғәмәлдәре менән бәйле. 2022 йылда махсус хәрби операциялағы һалдаттарға йылы ойоҡбаштар бәйләүҙән башланып китә уның был эшкә ылығыуы. 2025 һәм 2026 йылдарҙа Луганск ҡалаһында хәрби госпиталдә булып ҡайта.
“Гөлнара Янышева – ҡатмарлы бурыстарға ҡурҡмай тотона һәм мотлаҡ уны аҙағына тиклем башҡарып сыға. Салауат ҡалаһында ошондай шәхес йәшәүе менән ғорурланабыҙ” тиҙәр уның тураһында яҡташтары.
Гөлнара Фәтих ҡыҙы менән әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
–Гөлнара Фәтих ҡыҙы, ирекмәнлек эшегеҙҙең башланыу тарихы тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?
– 2022 йылда өлөшләтә мобилизациялағы егеттәргә ярҙам итеүҙән башланып китте ирекмәнлек сараларына ылығыуым. Маскировка селтәрҙәре үргән “Көмөш ирекмәндәр” тигән ойошмаға материалдар менән ярҙам иттем. Һуңынан йөн ептәр һатып алып, үҙебеҙҙең китапханала урынлашҡан “Сатҡылар” ижади берекмәһе ағзалары менән йылы ойоҡбаштар бәйләнек. Салауат ҡалаһының Үҙәк китапханалар системаһының 10-сы филиалы – тарихи - рухи тергеҙеү китапханаһында ирекмәнлек эше 2022 йылдан алып барыла. Әйтеп үтеүемсә, иң беренсе йөҙҙәрсә ойоҡбаштар алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға оҙатылды. Бәйләү менән бер рәттән гуманитар ярҙам тупланды. Дөйөм көс менән тиҫтәләрсә посылкалар әҙерләнде. Уларға дарыуҙар ҙа, гигиена кәрәк-яраҡтары ла, аҙыҡ-түлек тә, изге теләктәр яҙылған хаттар ҙа тупланды. Гуманитар ылауға күңел йылыһы ла һалынды. Мәктәп уҡыусылары яҙған хаттар әллә күпме һалдаттарҙың йөрәген йылытҡандыр. Ошо рәүешле тылдағыларҙы ла еңеүгә ынтылыш, бер маҡсат берләштерҙе. Һалдаттарыбыҙға еңелерәк булһын өсөн үҙем генә байтаҡ ҡына аҡсала ярҙам индерҙем.
Тере ҡалыу өсөн браслеттар, дронға ҡаршы селтәрҙәр үреп тә яугирҙәрҙең хәүефһеҙлеген хәстәрләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Яҡташтарым, башҡа ирекмәндәр менән бергәләп ике йыл эсендә йөҙләгән квадрат метр ҙурлығында бындай һаҡлаусы япмалар үрелде.
Китапханала гуманитар ярҙам йыйыу, туплау буйынса эш әле лә тынмай. Изгелек ҡылыу донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү көсөнә эйә булыуына ышанып бергәләп хеҙмәт итәбеҙ. Ауырлыҡтар кешеләрҙе берләштереүен күрһәтте был осор.
–“Беренсе тирмә” төбәк проектында ҡатнашыу теләге нисек барлыҡҡа килде.
–Эйе, 19-сы һәм 28 - се тирмәләр составында Луганск ҡалаһында икешәр аҙна госпиталдә эшләнем. Иң элек “Беренсе тирмә”проекты тураһында яңылыҡтарҙан ишетеп ҡалдым. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә был төркөмдө табып, анкета тултырҙым. Ярты сәғәттән минең менән бәйләнешкә сыҡтылар. Йәшем арҡаһында унда эләкмәү ихтималлығы ла бар ине, “йәшерәктәрҙе алабыҙ”, тигәс, күңелем төштө. Үҙемдең унда файҙа килтерәсәгемде аңлатып, ятҡан ауырыуҙарҙы тәрбиәләй алыуым тураһында дәлилләп, алып барыуҙарын һораным. Күпмелер ваҡыттан хыялым тормошҡа ашты. Мине госпиталгә алырға булдылар. Оҙон сәфәргә юлланыуым отпуск ваҡытыма тура килде, был минең өсөн уңайлы ине. Яралы һалдаттарға файҙам тейһен, хәлдәрен саҡ ҡына еңеләйтәйем тигән маҡсат менән юлландым. Ятып сирләгән ауырыуҙы тәрбиәләү тәжрибәм бар ине, шуға күрә ҡулымдан барыһы ла килеренә ышандым. Һалдаттарҙың яраларын бәйләрмен, ашатырмын, йыуындырырмын, суднолар сығарырмын тип уйлаһам да, барғас, яугирҙәргә рухи яҡтан терәк булыу мөһимлеген дә аңланым. Бындай аралашыу уларға күңелдәрен дауалау, нығытыу өсөн кәрәк ине.
Яралылар, ауырыуҙар тип ҡараманым мин ундағы һалдаттарға. Улар – беҙҙең геройҙар, ысын ир-егеттәр!Аяҡтары өҙөлгән, башҡа яралар алған һалдаттарҙың ауырлыҡтар алдында һынмауы, шул осраҡта ла йылмайып “Арыныңмы?” тип беҙҙең хәлдәрҙе белешеүҙәре һоҡландырҙы. Яугир үҙенең ауырыуы, ҡыйынлыҡтары тураһында һөйләргә тырышмай, зарланмай. Сөнки уны йәлләү кәрәкмәй. Ә бына йылы һүҙгә, рухи терәккә һәр кем мохтаж. Был ваҡытта һалдаттарҙың күҙҙәре янып китә, йөҙҙәре нурлана. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәрҙең фекерләүҙәре лә, тормошҡа ҡараштары ла башҡаса, минеңсә. Уларҙан көс-ҡеүәт бөркөп тора. Гуманитар ылау оҙатҡанда, һәр ваҡыт госпиталгә китаптар ҙа һалып ебәрә торғайным.Ысынлап та кәрәк! Госпиталдә һалдаттарҙың китап уҡыуын күреп ныҡ шатландым.
Госпиталгә барғас, унда 14 кенә көн булһаҡ та команданы, проектты һынатып ҡуймайым тип, күңелдә бер аҙ ҡурҡыу булды. Ҡуйылған бурысты теүәл үтәнек. Санитарҙар эшен дә башҡарҙыҡ, яраларҙы ла бәйләнек, ҡалаҡлап ашаттыҡ та, аш-һыу хеҙмәткәрҙәре өлгөрмәгәндә һауыттарҙы ла йыуҙыҡ. “Әсәйем һымаҡ аш бешерегеҙ” тигән үтенес булғанда, уны ла бер ҡаршылыҡһыҙ башҡарҙыҡ. Ошондай хәстәрлек яугирҙәр өсөн дә мөһим ине, беҙ ҙә уларға ярҙам итә алыуыбыҙға күңел ҡәнәғәтлеге алдыҡ. Изге сәфәрҙән “тағы ла барам” тигән дәрт менән ҡайттым. Шуға икенсе тапҡыр ҙа ҙур дәрт менән юлға йыйындым. Төрлө төбәктән, төрлө һөнәр кешеләре туплағанғайны командаға. Беҙҙе уртаҡ маҡсат ҡына түгел, яуаплылыҡ тойғоһо ла берләштерҙе. Үҙебеҙҙең кәрәкле булыуыбыҙға йәнә бер инандыҡ. Бәйләнеш һуңынан да өҙөлмәне. Хәбәрләшеп, осрашып торабыҙ.
–Гөлнара Фәтих ҡыҙы, үҙеңдең яҡындарың араһында ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар булыуы ирекмән булып китеүеңә йоғонто яһағандыр?
–Ысынлап та шулай. Яҡын туғандарым араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булыусылар барлығы яугирҙәрҙең хәлен яҡындан аңларға булышлыҡ итә. Туғандарым араһында хәрбиҙәр ҙә байтаҡ. Тәүге ауыр юғалтыу 2022 йылдың яҙында булды. Ике туған ҡустым һәләк булды. Һуңғараҡ тағы ла бер ҡустымды ерләнек. Унда илһөйәрлек тойғолары шул тиклем көслө ине, хатта һаулығы буйынса армияла хеҙмәт итеүгә яраҡһыҙ булһа ла, һалдат бурысын үтәргә тигән теләк менән янды. Бының өсөн спорт менән шөғөлләнде, һуңынан ике йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайтты. Уның менән бергә хеҙмәт иткән дуҫтары махсус хәрби операцияға китә башлағас, “Мин иптәштәрем янына барам” тип контракт төҙөп яуға китеп барҙы.
Салауат башҡорт дәүләт драма театрыны сәхнәһендә “Фәрештәләр беҙҙең эргәлә” тигән пьесам буйынса ҡуйылған спектаклде уға арнаным. Ундағы төп герой – минең ҡустым. Исемен дә үҙгәртмәнем. Ҡустым, уның һымаҡ башҡа геройҙарыбыҙ тураһында иҫтәлек мәңге йәшәргә тейеш.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Изге эшегеҙҙә уңыштар насип булһын.
Фото: Гөлнара Янышеваның шәхси альбомынан.
Салауат ҡалаһы.