Ғорурланабыҙ
11 Октября , 20:30

Данилдың йәне икенсе кешелә йәшәй

Данил Шәрифуллин дүрт көндән һәләк була, ә Санкт-Петербургтан ир уның арҡаһында иҫән ҡала. Тиҙҙән ул Данилдың яҡындары — ҡатыны Юлиә, улы Тимур һәм ҡустыһы Шамил менән осрашыуға килә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Данилдың йәне икенсе кешелә йәшәйДанилдың йәне икенсе кешелә йәшәй
Данилдың йәне икенсе кешелә йәшәй

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин махсус хәрби операция ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Данил Шәрифуллин тураһында һөйләне. Яугир сит кешегә — Санкт-Петербург ҡалаһынан Владимир Скородумовҡа ғүмер бүләк итә. 

2019 йылда уҡ тзге йөрәкле Данил елек майы донорҙары исемлегенә теркәлә. 2022 йылда иһә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә.

Унда саҡта клиниканан шылтыраталар: уның ДНК-һы Санкт-Петербургтан ауыр сирле Владимир Скородумовтың  ДНК-һы менән тап килгән. Был — һирәк күренеш, юҡҡамы ни донорҙарҙы йылдар буйы бөтә донъя буйлап эҙләйҙәр.

Данил оҙаҡ уйламай, донор булырға ризалыҡ бирә. Ул бер нисә көнгә генә алғы һыҙыҡтан сығып, процедураға килә. Барыһы ла уңышлы үтә, һәм яман шеш менән сирләгән Владимирҙың ғүмере һаҡлап алып ҡалына.

Әммә яу яланына ҡайтҡас, ни бары дүрт көндән, 2023 йылдың 3 мартында, Данил Лисичанск ҡалаһы янында батырҙарса һәләк була. 

Владимир аҙаҡтан Данилдың яҡындары — ҡатыны Юлиә, улы Тимур һәм ҡустыһы Шамил менән осрашыуға килә. "Владимирҙы туғаным кеүек яҡын күрҙем, унда минең иремдең бер өлөшө йәшәй", — тип күҙ йәштәре аша һөйләй Юлиә. Данилдың өлгөһөндә ҡустыһы Шамил да донорҙар исемлегенә теркәлә.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин: "Данил Шәрифуллин — ысын герой. Ул кешене үлемдән йолоп алып ҡалды. Быға хөрмәт менән ҡарарға һәм уны онотмаҫҡа кәрәк", — тип белдерҙе.

Владимирға ла рәхмәт. Сөнки донор һәм реципиент ағза күсерелеп ултыртылғандан һуң ике йыл үткәс кенә һәм ике яҡ та риза булһа ғына осраша ала. 

Бына шулай, үҙе яҡты донъя менән хушлашһа ла, Данил Шәрифуллин кешегә ғүмер бүләк итеп өлгөрә. Хәҙер уның йәне Владимирҙа йәшәй.
 
 
Фото: Минздрав.
Данилдың йәне икенсе кешелә йәшәй
Данилдың йәне икенсе кешелә йәшәй
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова