Ғорурланабыҙ
22 Октября , 08:00

Ярҙам даими күрһәтелә

Дәүләт ярҙамының барыһын да алды

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярҙам даими күрһәтеләЯрҙам даими күрһәтелә
Ярҙам даими күрһәтелә

"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды Туймазы районындағы филиалының социаль координаторы, махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашыусы Ватан һаҡсыһының ҡатыны Ирина Мөхийәрова түбәндәгеләрҙе һөйләне.


– "Костоправ" ике тапҡыр ялға ҡайтып китте, позывнойы шулай. Ике аҙна ни, йәһәт кенә үтә лә китә, күреп тә өлгөрмәйһең. Уларҙы мәҙәниәт усаҡтарындағы, белем биреү учреждениеларындағы төрлө осрашыуҙарға саҡырҙылар. Үҫмерҙәр алдында патриотик тәрбиә йәһәтенән сығыш яһарға ла өлгөрҙө, ғаиләһе янында ла оҙағыраҡ булырға тырышты.

Хеҙмәт итеүенә бер йылдан ашыу ваҡыт үткәндә, Илдар ҡаты яраланды. Илле йәше тулған ғына сағы ине. Төрлө госпиталдәрҙә дауаланды, табиптар уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн ижтиһад һалды.
Ирем махсус хәрби операция ветераны, уға ниндәй дәүләт ярҙамы тейеш, шуларҙың барыһын да алды. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен дә илебеҙ етәкселеге ярҙамынан ташламай. Үтенестәребеҙҙе ҡәнәғәтләндерәләр, һәр мөрәжәғәтебеҙ – иғтибар үҙәгендә. Рәхмәтебеҙ сикһеҙ.


Фото: Илдар Аҡъюлов.

Автор:Илдар Акьюлов