Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель 2018, 16:52

Күмәкләгән яу ҡайтарған

Ғәҙәттә, ике баш бер ҡаҙанға һыймай, тиҙәр. Ә бына Әлшәй районының Ниғмәтулла ауылында йәшәгән биш ағалы-ҡустылы Дибаевтар ғаилә подряды булып ойошоп, бик уңышлы эшләй.

Ғәҙәттә, ике баш бер ҡаҙанға һыймай, тиҙәр. Ә бына Әлшәй районының Ниғмәтулла ауылында йәшәгән биш ағалы-ҡустылы Дибаевтар ғаилә подряды булып ойошоп, бик уңышлы эшләй.
Илһам Миңлевәдүт улы Дибаев, атайҙарының башланғысын дауам итеп, 1993 йылда 150 гектар ер алып, крәҫтиән (фермер) хужа­лығы ойоштора. Ул янына бер туғандарын – Жәүит менән Хә­литте, Илфаҡ менән Хәлилде туплап, бергә эште ойоштороуға ирешә. Әле улы Илгиз дә хужа­лыҡта ихлас эшләп йөрөй. Ҡаты­ны Галина Рәхимйән ҡыҙы, нигеҙҙә, иҫәп-хисап эшен алып бара.
Эште иген, бойҙай үҫтереүҙән башлағандар. Биш гектар май­ҙанда үҫкән сөгөлдөрҙө тәүҙә ҡул менән эшкәрткәндәр. Бер аҙҙан, аяҡҡа ныҡлап баҫҡас, техника, комбайн һатып алалар.
Әле хужалыҡтың 1200 гектар ере бар. Уларҙың 200 гектарында арыш культуралары, 320 гектарында шәкәр сөгөлдөрө, 80 гектарында көнбағыш, 200 гектарында борсаҡ үҫтерәләр. Техниканы яңыртыуға аҡса йәлләмәйҙәр, былтыр ошо маҡсатта 13 миллион һум тотонғандар. Шул иҫәп­тән Германияла етеште­релгән техника – иген, сөгөлдөр йыйыу комбайндарына эйә булғандар. Орлоҡ һаҡлау өсөн заманса келәт, аҙбарҙары ла ныҡлы. Әле лә уларҙа сифатлы иген һаҡлана.
Республикала сәсеү эштәре башланырға тора. Бер туған Дибаевтар сәсеүгә күптән әҙер. Әле 120 тонна минераль ашлама һатып алғандар, ауыл хужалығы техникаһын яңырталар, оҫтаха­нала көнө-төнө егеттәр техника ремонтлау менән мәшғүл. Яҙғы баҫыу эштәренә яғыулыҡ-майлау материалдары ла етерлек күләм­дә тупланған. Ҡыҙыу миҙгелдә эшкә тағы ла өҫтәп кеше ҡушалар. Ул осраҡта ла күпсе­лектә туғандары ярҙамға килә.
Ашлыҡты уңайлы килешеүҙәр буйынса төрлө яҡҡа оҙаталар. Шәкәр сөгөлдөрөн иһә Раевка шә­кәр заводына тапшыралар. Парт­нерҙар ваҡытында иҫәп­ләшкәс, хужалыҡтың да баш­ҡалар алдында бурыстары ­юҡ. Шул иҫәптән һалым һәм башҡа иғәнәләрҙе лә ваҡытында күсереп баралар. Эш хаҡы буйынса ла тотҡарлыҡтар юҡ.
Йәмғиәттә йәшәп, унан айырым эшләү мөмкин түгел. Хужа­лыҡ урын­дағы ауыл хакимиәте менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙар­тыуҙа яр­ҙам­лашалар. Мәктәп, балалар баҡ­­саһынан да ярҙам һорап мөрә­жәғәт итәләр. Бынамын тигән боҙ майҙансығын да Дибаевтар хужа­лығы төҙөп ултыртҡан. Әле мәсет­те төҙөүҙә лә ихлас ярҙам итәләр. Әйт­кәндәй, ағалы-ҡустылыларҙың береһе – Илфаҡ Миңлевәдүт улы дин юлында, ауыл муллаһы вазифаһын да башҡара.
Крәҫтиән (фермер) хужалығы асҡандар тип хәҙер береһен дә ғәжәпләндереп булмай. Эйе, бөгөн арабыҙҙа фермерҙар күп, әммә Дибаевтар кеүек татыу һәм берҙәм эшләгән ағалы-ҡусты­лылар һирәк осрай. Ошондай үҙ-ара берҙәмлек, ышаныс бул­ғанда, әлбиттә, эштәр алға бара.
Рәмилә МУСИНА.
Әлшәй районы.