– Малсылыҡ юғары квалификациялы белгестәргә ҡытлыҡ кисерә, шуға ла үҙ эшенең оҫталары конкурсының әһәмиәте юғалмай. Был белемде һәм квалификацияны үҫтерергә, коллегалар менән тәжрибә уртаҡлашырға булышлыҡ итә, – тине Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Бәйтуллин, сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
Былтырғы конкурста Благовар районы һауынсыһы еңеп сыҡҡанға, йола буйынса сара уларҙа үтте. Район хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов белдереүенсә, төбәктә етештерелгән тауарҙың 95 проценты ауыл хужалығы тармағына тура килә. Шуға ла Благовар еренең ҡунаҡтарҙы яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алыуы, сараны юғары кимәлдә ойоштороу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа тыуҙырыуы аңлашыла. Ә бит хужаларға еңелдән тура килмәне, сөнки тәүге тапҡыр өс конкурс бер көндә һәм урында ойошторолдо.
– Былтыр беҙҙең Күгәрсен районынан Салауат Байғүбәков яһалма ҡасырыу буйынса иң яҡшы оператор исемен яуланы, шуға ла сара беҙҙә үтергә тейеш ине. Әммә өс сараны бер юлы үткәреү иҡтисади яҡтан отошло. Благоварҙар матур әҙерләнгән, ойоштороусыларға дәғүә юҡ, – тине конкурстың судьяһы, Күгәрсен районы ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы Ғәле Айытов.
Ысынлап та, өс конкурс бергә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, бер ниндәй аңлашылмаусанлыҡ булманы. Һәр кем үҙ эшен лайыҡлы атҡарып сыҡты. Конкурсанттар ҙа яҡшы әҙерлек менән килгән.
Машина менән һауыу операторҙары араһында башҡаларҙан ихласлығы, тырышлығы менән айырылып торған Наталья Нуриманова еңеү яуланы. Шаран районының “Шаранагрогаз” йәмғиәтендә эшләгән 52 йәшлек ханым 1985 йылдан бирле малсылыҡ тармағында. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Балтас районының “Нур” йәмғиәтенән Гөлфая Хәсбиева менән Благовар районының “Башкирагроинвест” йәмғиәтенән Рәзилә Хисаметдинова алды.
Яһалма ҡасырыу операторҙары араһында Дәүләкән районының “Регионагро” йәмғиәтенән Һәүбән Шәйхетдинов чемпион булды. Саҡмағош районының “Герой” колхозынан Гөлшат Солтанова – икенсе, Әбйәлил районының “Красная Башкирия” хужалығынан Венера Кәшәева өсөнсө урын яуланы. Шәхси хужалыҡтарҙы хеҙмәтләндергән белгестәр араһынан иң яҡшы яһалма ҡасырыу операторы исеменә Тәтешле ветеринар станцияһынан Ринат Борханов лайыҡ булһа, Мәләүездән Софья Подшивалова, Хәйбулланан Флүр Кәлимуллин призлы урындарҙы бүлеште.
Хужалыҡтарҙа зоотехник-селекционерҙар эшен йәнләндереүгә, үҫтереүгә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында ойошторолған конкурс та маҡсатына иреште.
– Мин 10 йыл ошо өлкәлә селекция эше менән шөғөлләнәм. Хужалыҡ килемле эшләһен өсөн һөтсөлөктә лә, малсылыҡта ла заманса алымдарҙы, технологияларҙы ҡулланыу мөһим. Конкурс иһә был тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итергә булышлыҡ итәсәк, – ти был ярыштың еңеүсеһе Сергей Маганев.
Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге хужалыҡта зоотехник булып эшләгән егеткә ни бары 31 йәш. Әлбиттә, аҙлап булһа ла, был тармаҡҡа йәштәрҙең килеүе ҡыуаныслы.
Мәләүездән икенсе урынды алған Мансур Бикбулатов, Учалының “Байрамғол” хужалығынан өсөнсө урындағы Илнур Зыянғолов та юғары һөҙөмтәләре менән лайыҡлы ғорурлана ала.
Еңеүселәр, шулай уҡ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән белгестәр Ауыл хужалығы министрлығы, ошо тармаҡҡа ҡараған ойошмаларҙан ҡиммәтле бүләктәр алып, хеҙмәттәрен лайыҡлы баһалағандары өсөн ҡыуанышып таралышты.