Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Апрель 2019, 21:02

Алдан башлаған – уңыр

Ауырғазыла юлдарҙы ремонтлауға әле үк тотонғандар.

Ауырғазы районы хакимиәте сайтынан.
Ауырғазы районы хакимиәте сайтынан.
Ауырғазыла юлдарҙы ремонтлауға әле үк тотонғандар.


“Тәүҙә район үҙәге Талбазының Ленин урамы төҙөкләндереләсәк, сөнки унда проблемалы урындар айырыуса күп”, – ти юл ремонлау-төҙөү идаралығының баш инженеры Нияз Ғиниәтов.
Уның белдереүенсә, быйыл Талбазы – Дәүләкән автомобиль юлының өс саҡрым арауығында ремонт уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ Ишле – Яңы Атйетәр трассаһының Мостафа ауылы янындағы участкаһы төҙөкләндереләсәк. Өҫтәүенә Төньяҡ биҫтәһендәге Ғәликәев урамына асфальт түшәү ҡаралған.
Читайте нас: