Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң мөһим мәл – яҙғы сәсеү миҙгеле яҡынлаша.
Әбйәлил районында ошо йәһәттән төбәк агроконференцияһы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, көньяҡ-көнсығыш район хакимиәттәре башлыҡтары, баш агрономдар һ.б. ҡатнашты.
Пленар ултырыш “Яҡтыкүл” шифаханаһында үтһә, сараның практик өлөшө “Башаҡ” һәм “Әбйәлил сорт һынау участкаһы” йәмғиәттәрендә ойошторолдо.
Фекер алышыуҙа ауыл хужалығы культураларының уңышын күтәреү, яҙғы баҫыу эштәренә техник йәһәттән әҙерлекте тәьмин итеү, дәүләт ярҙамы саралары, яңы технология, ашлама төрҙәре һ.б. мәсьәләләр ҡаралды.
Фото: Илдар Нафиҡовтың сәхифәһенән.
Район: Әбйәлил районы.