Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Апрель 2019, 20:28

Етәксе ҡыйыуыраҡ булырға саҡырҙы

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән “Инвестиция сәғәте” төбәк кимәлендә генә түгел, райондарҙа ла үткәрелә башланы.

Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Хәйбулла хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов етәкселегендә үткән ултырышта ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды. Был юлы Юлдаш Мәғзүмовтың симменталь тоҡомло мал үрсетеүгә бәйле проекты буйынса фекер алышыу булды. Фермер ошо алымды файҙаланып, һөтсөлөк тармағында махсуслашыу теләген белдерҙе.

Раил Хазморат улы эшҡыуарҙарҙы аҙна һайын үтәсәк “Инвестиция сәғәте”нә үҙ тәҡдим-идеялары менән килергә, бизнес-пландарын әҙерләргә, ҡыйыуыраҡ, әүҙемерәк булырға саҡырҙы.
Читайте нас: