Март айында, беләһегеҙме иң нығы нимәгә хаҡ артҡанын? 41,5 процентҡа! Юҡтыр, моғайын.
Элек иң осһоҙҙарҙан һаналған ябай кәбеҫтәгә. Ул аҙыҡ-түлек инфляцияһы лидерына әйләнде. Йәшелсәгә хаҡ ҡапыл ай уртаһында күтәрелде.
Кишер, һуған, картуфҡа ла хаҡ артҡандан-арта. Яңы уңыш помидоры ла ҡиммәт кенә тора.
Быйыл ҡулланыу хаҡтары алты тапҡырға тиҙерәк үҫә, тип белерәләр “Росстат”та.