Иҡтисад
4 Апреля 2019, 13:06

Шәкәр заводында барыһы ла тәртиптә

“Россельхознадзор”ҙың республика һәм Ветеринария идаралыҡтары Шишмә шәкәр заводын экспортерҙар реестрына индереү өсөн предприятиела ветеринария-санитария нормаларының үтәлешен тикшерҙе.

“Россельхознадзор”ҙың республика һәм Ветеринария идаралыҡтары Шишмә шәкәр заводын экспортерҙар реестрына индереү өсөн предприятиела ветеринария-санитария нормаларының үтәлешен тикшерҙе.
Завод шәкәр сөгөлдөрө эшкәртә, шәкәр һәм ҡоро сөгөлдөр һығындыһы етештерә. Тикшереү уның етәкселегенең электрон ғаризаһына ярашлы үткәрелде. Һөҙөмтәлә комиссия предприятиены “Цербер” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһындағы экпортерҙар реестрына индереүгә тәҡдим итте.
Башҡортостанда өс завод шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү менән шөғөлләнә. Улар – Шишмә, Мәләүез һәм Раевка заводтары. Шишмә заводы шәкәрҙе Үзбәкстанға, Ҡырғыҙстанға, Монголияға, Ҡаҙағстанға, Тажикстанға, Грузияға һәм Төркиәгә оҙата.
Читайте нас