Бөгөн Баймаҡта өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” үтте.
Уның эшендә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ғәлин, муниципалитет вәкилдәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты.
“Инвестиция сәғәте”ндә дүрт проект ҡаралды, уларҙың өсәүһе – ауыл хужалығы тармағы буйынса. Һыйыр малы үрсетеү, ауыл хужалығы продукцияларын етештереү буйынса тәҡдимдәр еткергән эшҡыуарҙарға белгестәр тарафынан файҙалы кәңәштәр бирелде.
“Семеновка руднигы” йәмғиәте тәҡдим иткән проект барыһын да ҡыҙыҡһындырҙы. Мәғдән усағын киңәйтеү һәм байыҡтырыу фабрикаһы төҙөү мәсьәләһен республика Башлығы үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә ҡарауға тәҡдим итергә һөйләшелде. Был проекттың хаҡы 1,7 миллиард һум тәшкил итә.
Әйткәндәй, “Семеновка руднигы” йәмғиәте – файҙалы ҡаҙылмалар табыу йүнәлешендә уңышлы эшләгән предприятие. Былтыр 217,9 мең тонна мәғдән табылған, 1190 миллион һум табыш алынған.