Республика йортонда үткән сираттағы “Инвестиция сәғәте” алдынан сарала ҡатнашыусылар Өфө районының “СБТ-Агро” йәмғиәтендә кәзә һөтөнән етештерелгән сырҙы тәмләп ҡараны.
Был предприятие – Дәүләтшиндар ғаиләһенеке. Улар Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып кәзә генетикаһы һәм селекцияһы буйынса инновация үҙәге асырға, заманса малсылыҡ комплексы булдырырға планлаштыра. Инвестиция күләме – уртаса 1,3 миллиард һум. Республика предприятиеға кәрәкле ҡорамалдар, ауыл хужалығы техникаһы, юғары продукция бирә торған мал алыуҙа, биналар төҙөүҙә өлөшләтә ярҙам итергә әҙер.
“Инвестиция сәғәте”ндә ҡаралған проекттарҙың береһе “Нерал” компанияһының Шишмә, Бүздәк, Туймазы райондарындағы ауыл хужалығы предприятиелары базаһында моделле агрохолдинг төҙөүгә бәйле булды. Инвестицияның дөйөм күләме 1,3 миллард һум булыр тип көтөлә, 60 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Бөгөнгө сарала шулай уҡ Башҡортостанда индустриаль һәм технопарктарҙы үҫтереү концепцияһы ҡаралды. Уларҙың яңыларын булдырыу йәһәтенән бер нисә проект тәҡдим ителде.
Айырып билдәләнеүенсә, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында индустриаль парктарҙы субсидиялау программаһы буйынса төбәктәрҙән заявкалар ҡабул итеү ошо айҙа тамамлана. Әле беҙҙә икәү әҙерләнгән. Радий Хәбиров ошо йүнәлештәге ведомстволарға алты заявка эшләргә ҡушты.