Республикала күптән түгел тормошҡа ашырыла башлаған “Башҡортостан агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһына Баймаҡ районы тәүгеләрҙән булып ҡушылды.
Барлығы биш проект тәҡдим ителеп, шуларҙың дүртәүһе еңеү яуланы.
Һөҙөмтәлә, мәҫәлән, Сәйғәфәр ауылынан “Һаҡмар” кооперативында ошо көндәрҙә ит эшкәртеү буйынса цех асылды. Ағалы-ҡустылы Хәмзә һәм Мирза Әбилевтар оҙаҡ йылдар совхозда хеҙмәт итә, ул тарҡалғас, үҙ хужалыҡтарын булдыра. Былтыр туғандар кооператив аса.
Әле бында хәләл иттән билмән, манты, голубцы, тефтел, ҡаҙы кеүек ярымфабрикаттар етештерелә. Киләсәктә ассортиментты киңәйтеү ҡарала. Шулай уҡ мал һуйыу өсөн махсус урын төҙөү планлаштырыла.
Сифатлы, тәмле хәләл ризыҡ һатып алырға теләүселәр Сәйғәфәр уңғандары етештергән продукцияһы алһа, һис үкенмәйәсәк.