Әлибайҙа тарттырылғаны ҡасан магазин селтәрҙәренә барып етер?
Республика баҫыуҙарында иген үҫтереү йылдан-йыл ҡеүәтлерәк тиҙлектә бара: бураларға тонналарса ашлыҡ тултырыла, шул уҡ ваҡытта ситтә етештерелгән ондо һатып алабыҙ. Хәҙер Ҡаҙағстан, Ырымбур оно ñàóҙà кәштәләрен яулай башланы. Ә үҙебеҙҙең экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы, бер ниндәй ҡатнашмалар ҡушылмаған туҡлыҡлы тирмән оно кибеттәргә әле булһа барып етмәй.
Хәйбулла районының Өфө ауыл биләмәһенә ҡараған Әлибай ауылында, ышанаһығыҙмы-юҡмы, он тартыусы тирмән эшләй. Уныһы ла ҡасандыр колхоз ваҡытынан ҡалып, оҙаҡ йылдар тирмәнсе булып эшләгән бер ағай арҡаһында һаҡланып ҡала. Әле тирмән ҡайтанан эшкә ҡушылған һәм халыҡты туҡлыҡлы, бәрәкәтле ризыҡ менән тәьмин итә.
Тирмән директоры Ишмөхәмәт Торошев оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы тармағында эшләй. 2017 йылда ул күптән сафтан сыҡҡан ҡоролмаға ҡайтанан “йән” өрә. Әле унда өс кешегә хеҙмәт урыны булдырылған. Үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән тирмәнсе Надир Фәйзуллин көн һайын ҡоролманың төҙөклөгөн тикшерә, ондоң сифатын күҙәтеп бара. Урал Фәйзуллин менән Вадим Билалов, етештерелгән ондо үлсәп, “һә” тигәнсә тоҡтарға тултыра.
Көнөнә 10 тонна он етештереү ҡеүәтенә эйә булһа ла, әле тирмәндә 3,5-4 тонна он тарттырыла. Бер тонна игендән 67 процент таҙа он сыға. Юғары сортының тоғо — 1200 һумдан, ә беренсеһе 1100 һумдан һатыла. Шулай уҡ теләүселәр өсөн көрпә лә тәҡдим ителә.
— Төп проблема — етештерелгән ондо һатыу, — ти Ишмөхәмәт Айса улы. — Халыҡ ни өсөндөр экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы ондо һатып алырға ашыҡмай, ситтән килтерелгәненә өҫтөнлөк бирә. Баҙар шарттарына ярашлы, күмәртәләп һатыу өсөн магазин селтәрҙәренә инеү еңелдән түгел. Күберәк үҙебеҙгә һатыу мәсьәләһе менән шөғөлләнергә тура килә. Бер тапҡыр беҙҙең ондо алыусылар йәнә һатып ала-алыуын, әммә тауар әйләнеше бик аҡрын бара. Аҡъярҙан башҡа, күрше Йылайыр районының Юлдыбай, Матрай ауылдарына үҙебеҙ машина менән алып барабыҙ. Магазин тотоусыларға ситтән килгән ондо һатҡансы, үҙебеҙҙекен тәҡдим итһәк тә, үҙ баҫыуҙарыбыҙҙа химияһыҙ үҫкән ҡаты сортлы бойҙайҙан етештерелгән сифатлы ондо алырға теләүселәр аҙ.
Сифатлы ондан бешкән икмәк кенә тәмле һәм туҡлыҡлы булыуын һәр кем яҡшы аңлай, шуға күрә тирмән онона киләсәктә èõòûÿæ буласағына ышаныс ҙур.