Киләһе алты йылда Башҡортостандың ауыл, ҡалаларында тормошто яҡшыртыуға 175 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Был турала Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында белдерҙе.
Аҡсаның 130 миллиард һумы – федераль һәм республика ҡаҙнаһынан, 45 миллиард һумы бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан бүленә.
– Аҡса быйылдан файҙа килтерә башлаясаҡ. Халыҡ тормошоноң яҡшы яҡҡа үҙгәреүен тойор, тип ышанам, – тине Радий Фәрит улы.