Сибайҙан 26 йәшлек Роман Зайдуллин – аяғында ныҡлы баҫып торған, бизнесын яйға һалған эшҡыуар ғына түгел, ҡала тормошонда ҡайнап йәшәгән, уның йөҙөн, көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән ир-аттарҙың береһе.
Урындағы Йәштәр парламентының иң әүҙем ағзаһы, урамдарға эко-контейнерҙар ҡуйыу, ағас ултыртыу эштәрен маҡсат итеп алған “Планетаны бергәләп һаҡлайыҡ” проекты ойоштороусыһы ла ул.
Йүнсел етәкселек иткән “Корпорация-Р” йәмғиәте 2014 йылда төҙөлә. Уның тарафынан халыҡҡа йорттарҙы комплекслы йыйыштырыу, үлән сабыу, кейем-һалым, балаҫ, йомшаҡ мебелдәрҙе таҙартыу һ.б. хеҙмәттәре күрһәтелә.
“Билдәле, сибайҙар араһында беҙҙең хеҙмәттән файҙаланғандар юҡ кимәлдә, – ти эшҡыуар. – Беҙҙә бит һәр кем үҙе йыйыштырырға, йыйырға, таҙаларға күнеккән. Шуға күрә эшебеҙҙе республика кимәлендә йәйелдергәнбеҙ, шулай уҡ Силәбе, Свердловск өлкәләре һәм Ҡырым менән бәйләнеш булдырылған”.
Ә бына эшҡыуарҙың химик таҙартыу хеҙмәтенән ҡала халҡы теләп файҙалана.
Әйткәндәй, Сибайҙа 4 апрелдә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә йүнселдең ҡала мунсаһын тергеҙеп яңыртыу проекты ҡаралды.
Роман Зайдуллин ошондағы “Ирәндек” лицейында, 5-се мәктәптең кадеттар класында белем алған. Хәрби бурысын үтәгәндән һуң Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған. Ҡатыны Татьяна менән ике ул үҫтерә. Бала сағынан тренер Батыр Йәндәүләтов етәкселек иткән “Ҡара аждаһа” спорт клубында шөғөлләнгән.