Иҡтисад
11 Апреля 2019, 18:07

Зинин ҡасабаһында мөһим объект төҙөлә

Өфөнөң Октябрь районындағы Зинин ҡасабаһында юл айырсаһы төҙөү буйынса проект документтарын эшләүгә 49 миллион 486 мең һум йүнәлтеү планлаштырыла. Был турала дәүләт һатып алыуҙары сайтында хәбәр ителә.

Проектҡа республика ҡаҙнаһынан – 48 миллион һум, ҡала бюджетынан 1,5 миллион һум бүлеү ҡарала. Зинин ҡасабаһындағы төҙөлөш ике этапта дауам итәсәк. Тәүгеһендә юл айырсаһы төҙөү, икенсеһендә иһә Нуғай шоссеһын реконструкциялау күҙаллана. Проектлаусылар тимер юл өҫтөнән автомобиль юлы һәм тоннель төҙөү мәсьәләһен хәл итергә тейеш.
Читайте нас