Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Апрель 2019, 00:12

"Инвестиция сәғәте": халыҡ нисек баһалай?

Райондарҙа “Инвестиция сәғәте” иң әһәмиәтле эшлекле һөйләшеүҙәрҙең береһенә әйләнә бара.

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Р.Д. Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы Р.Д. Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Райондарҙа “Инвестиция сәғәте” иң әһәмиәтле эшлекле һөйләшеүҙәрҙең береһенә әйләнә бара.
Урындарҙа күптәр был сараның ысынлап та ҙур һөҙөмтә бирәсәгенә инана. Әле үк байтаҡ проект аныҡ тикшерелеп, тормошҡа ашырыла башлаған да инде.


Һөйләшеүҙең бындай алымы район етәкселеге менән эшҡыуарҙарҙы яҡынайта, хәл итәһе бурыстарҙы тәрәнерәк төшөнөргә ярҙам итә, уртаҡ маҡсат барлыҡҡа килтерә.
Бөгөн, мәҫәлән, Бөрйән районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Инвестиция сәғәте”ндә өс мәсьәлә ҡаралған.
“Шәхси эшҡыуарҙар ҡортсолоҡ, ағас эшкәртеү, ер алыу буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итте, – тип белдерҙе социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. – Шулай уҡ автойыуыу эшмәкәрлеген йәйелдереү өсөн ерҙе законлаштырыуға бәйле мәсьәлә ҡаралды”.
Читайте нас: