Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Апрель 2019, 12:57

Себергә китмәгеҙ, Ишембайға килегеҙ!

Ишембай районында 1,2 миллиард һум аҡса һалынасаҡ эшмәкәрлек башланырға тора. Әгәр ул уңышлы тормошҡа ашырылһа, яңы хеҙмәт урындары барлыҡҡа киләсәк.

Ишембай районында 1,2 миллиард һум аҡса һалынасаҡ эшмәкәрлек башланырға тора. Әгәр ул уңышлы тормошҡа ашырылһа, яңы хеҙмәт урындары барлыҡҡа киләсәк.


Был инвестиция проектын “Экология 21” ғилми-етештереү предприятиеһы тәҡдим иткән. Эш сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә ҡағыла. Ике етештереү майҙансығы төҙөләсәк, шуларҙың береһе – төбәктә булдырыласаҡ айырым иҡтисади зонала.


Икенсе инвестиция проекты йыһаз яһауға ҡағыла. Урындағы эшҡыуар үҙенең етештереү эшмәкәрлеген киңәйтеү маҡсатында ҡалала ер участкаһы бүлеүҙәрен үтенә. “Юрматы” маркаһы аҫтында йомшаҡ йыһаз етештергән был предприятиела ла өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ.
Читайте нас: