Баймаҡ районында яҙғы баҫыу эштәре башланды.
Был юлы ла тәүгеләрҙән булып Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәтсәндәре ер тырматыуға төштө.
Улар, һәр ваҡыттағыса, эшкә тулы әҙерлек менән тотондо: техника төҙөк, яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ етерлек.
“Иң мөһиме – көндәр яҡшы торһон”, – ти ялан батырҙары.