Баҡалы районының “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс ҡыҙыҡлы проект ҡаралды. Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Андрей Зибаев Урманай ауыл биләмәһендә үҫемлекселек менән шөғөлләнергә, майлы культуралар үҫтерергә ниәтләй.
Андрей Георгиевичҡа республика программаһында ҡатнашырға һәм грант иҫәбенә техника һатып алырға тәҡдим ителде.
Саҡмағош районының йәш фермеры И. Нурисламов Иҫке Ҡорос ауылы биләмәһендә малсылыҡ менән шөғөлләнә башлаған. Ул үҙенең крәҫтиән (фермер) хужалығын Баҡалы районында яңынан теркәп, һыйыр малы һанын арттырмаҡсы. Эшҡыуарға ауыл хужалығы ерҙәрен рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтеләсәк, шулай уҡ “Россельхозбанк”тан тоҡомло мал алыуға льготалы кредит юллау мәсьәләһе лә хәл ителә.
Өсөнсө проект та ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы — ауыл хужалығы тауарҙарын әҙерләү, һаҡлау, эшкәртеү һәм күмәртәләп-ваҡлап һатыуҙы үҙ эсенә алған ҡулланыусылар кооперативын төҙөү. Әлеге ваҡытта гранттар алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләнә.