Балалар пособиеһы, социаль түләүҙәр “Мир” милли түләү системаһының банк карталарына күсереләсәк. Был хаҡта Министрҙар кабинеты ҡарарында әйтелә. Ошо йылдың май айынан закон көсөнә инә.
Үҙгәрештәр илдең 8 миллиондан ашыу кешеһенә ҡағыла. Ошоғаса социаль түләүҙәр алыусыларҙы, бюджет, дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәрҙе күпләп мотлаҡ рәүештә “Мир” түләү системаһына күсереү менән ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә булды.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, алдағы йылдарҙа “Мир” картаһы бик күп рәсәйҙәр өсөн төп түләү средствоһына әүереләсәк. Шулай булғас, теләйһеңме, теләмәйһеңме, аҡсаңды ошо системаға күсереүҙәренә әҙерлән.