Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Апрель 2019, 12:49

“Тәбиғәт кенә ҡыуандырһын, ә беҙҙән эш ҡалмаҫ”

Уңғандар сәсеүгә әҙер.

Уңғандар сәсеүгә әҙер.
“500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән “Уңыш” ауыл хужалығы кооперативы (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ринат Хәйбрахманов) малсылары бөгөн мал ҡышлатыуҙы уңышлы тамамлай. Әле тынғыһыҙ осор, бында йәш таналар күпләп быҙаулай.
Ихаталарҙа көҙҙән эҫкерттәргә һалынған бе­сән-һалам хатта артып ҡалған, силос соҡор­ҙары ла тулы, тимәк, мал алдына һалырлыҡ аҙыҡ­ты етәрлек хәстәрләгәндәр. Районда алдын­ғыларҙан һаналған хужалыҡта ике меңгә яҡын “ҡара-сыбар” һәм “бестужев” тоҡомло һыйыр ма­лы аҫрала, шуның 500-ҙән ашыуы – һауын һыйыры.
Көтөү йыл һайын йәш таналар менән тулы­ланғас, бында һөт һатыуҙан һәйбәт табыш алалар. Әле өс тоннанан ашыу юғары сортлы аҡты көн һайын Краснохолм һөт комбинатына оҙа­талар. Уны һатыуҙан килгән аҡса, нигеҙҙә, хеҙ­мәт­кәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ремонтҡа, башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола. Әлбиттә, етәкселек, ҡайһы бер һөт комбинаттарының һаман булһа продукция өсөн иҫәпләш­мәүен телгә алып, “улар күсергән аҡса бөгөн бик ярап ҡалыр ине, алда ҡыҙыу миҙгел тора бит” тип көйөнөсөн дә белдерҙе.
Программаға ярашлы, һөтсөлөк фермалары заманса, ҡеүәтле ҡора­малдар менән йыһаз­лан­ды­рылған, һәр ерҙә һөт, һыу үткәр­гестәр урын­лаштырылған. Бында шулай уҡ күп һый­ҙы­рышлы һыуытҡыстар ҙа бар. Был үҙ сиратында яңы һауылған продукцияны әсетмәйенсә генә, сифатлы итеп һаҡларға мөмкинлек бирә. Бөгөн малсыларҙың хеҙмәте күпкә еңеләйгән, ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай. Етәк­селек уларҙың хеҙмәтен артабан да еңеләйтеү өҫтөндә уңышлы эшләй, әле хужалыҡҡа яңы ҡорамалдар килтереүгә килешеүҙәр төҙөлгән.
– Беҙ уңғандарҙы, тырыштарҙы баһалай беләбеҙ, шуға ла ҡайһы саҡ йәмғиәт ҡаҙнаһынан күп кенә аҡса сығып китһә лә, борсолмаҫҡа тырышабыҙ, сөнки уңайлы шарттар булғанда ғына юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә була, – ти хужалыҡ етәксеһе Ринат Лотфи улы. Әйткәндәй, “Уңыш” хужалығының Борай һөтсөлөк фермаһы йыл һайын эш һөҙөмтәләре буйынса районда беренсе урынға лайыҡ була. Тимәк, ауыл эшсәндәренең тырышлығы бушҡа китмәй, киләсәктә лә улар хужалыҡ данын йыраҡтарға таратыр әле.
Бында дүрт ауыл халҡы эш менән мәшғүл. Йыраҡ ауылдарҙан йөрөп эшләгәндәр көн дә тиерлек өйҙәренә ҡайта алмай, шуға ла етәксе­лек, уларҙың хәлен еңеләйтеү маҡсатында, дөйөм ятаҡ та төҙөп ултыртҡан. Унда, нигеҙҙә, йәш ғаиләләр, йәш белгестәр һәм малсылар йәшәй. Бушлай ашатыу ҙа ҡаралған. “Шөкөр, етәкселек һәр яҡлап иғтибарлы, ярҙамдарын тоябыҙ. Әле бына ятаҡлы булғас, айырыуса ҡыуаныс кисерәбеҙ, эшкә дәрт-дарман ташып тора”, – ти малсылар.
Әлбиттә, йәштәр хужалыҡта бөгөн аҙ, мәктәпте тамамлағас, күбеһе ҙур ҡалаларға юллана. “Ауылды һайлаһындар ине, сөнки уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Хеҙмәт хаҡы ла ярайһы ғына, ваҡытында тотҡарлыҡһыҙ түләнә”, – ти етәкселек.
Бөгөн оҫтаханаларҙа механиза­тор­ҙар булған техниканың торошон тикшереп, запас частар хәстәрләп, яҙғы сәсеүгә әҙерлек эше алып бара. Яғыулыҡ, сифатлы орлоҡто етәкселек алдан хәстәрләгән дә инде. “Тәбиғәт кенә ҡыуандырһын, ә беҙҙән эш ҡалмаҫ”, — ти ауыл эшсәндәре.
Борай районы
Читайте нас: