Кисә Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарамағындағы Ведомство-ара инвестиция комиссияһы ултырышы булды. Уны “Инвестиция сәғәте” форматында баш ҡала мэры Өлфәт Мостафин үткәрҙе.
Ҡарамаҡҡа өс проект тәҡдим ителде. Улар: ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын тәрән эшкәртеү заводы, Аксаков исемендәге баҡсала башҡорт аш-һыуы ресторанын төҙөү һәм Өфөлә даими ағас йорттар төҙөү күргәҙмәһен урынлаштырыу.
Һәр проект буйынса уларҙың авторҙары сығыш яһаны. Һәр береһен ентекләп тикшерҙеләр, ҡатнашыусылар тәҡдимдәрен һәм иҫкәрмәләрен еткерҙе.
– Инвестиция проекттары көнүҙәк һәм маҡсатҡа ярашлы, – тине Өлфәт Мостафин һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы кешеләргә йөкләмәләр бирҙе.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.