Ике республика төрлө тармаҡтар буйынса артабан әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итәсәк. Был хаҡта “Башҡортостан – Татарстан” форумында белдерелде.
“Беҙ башҡорт компанияларының – Татарстанда, татарҙарҙыҡының Башҡортостанда эшләргә ынтылыуын хуплайбыҙ. Был ике төбәк өсөн дә отошло. Тауар әйләнешенең үҫеше ҡыуандыра. Бизнес төрҙәренең барлыҡ файҙалы башланғыстары дәүләт тарафынан хупланасаҡ”, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ике республика араһында тауар әйләнеше 34 миллиард һумдан ашҡан. Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов фекеренсә, был күрһәткесте 50-60 миллиард һумға еткерергә кәрәк – бындай мөмкинлек бар.
“Башҡортостан менән Татарстан – ҡеүәтле баҙарҙар. Әлеге ҙур сара нефть-газ секторында, машина эшләүҙә, энергетикала, ауыл хужалығы тармағында хеҙмәттәшлеккә йүнәлтелгән проекттарыбыҙ тураһында тағы бер тапҡыр белдереү өсөн яҡшы мөмкинлек аса. Шулай уҡ һанлы иҡтисад, социаль өлкә, мәғариф һәм фән дә үтә мөһим”, – тип билдәләне Рөстәм Миңлеханов.