Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Апрель 2019, 12:23

Кемдәр уңғанлыҡ күрһәтә?

Республиканың ер эшсәндәре яҙғы культуралар сәселәсәк баҫыуҙарҙа дәррәү дым ҡаплата. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле 348 мең гектар майҙанда дым тупланған. Айырыуса Илеш уңғандары әүҙемлек күрһәтә. Улар был агротехнологик эште 47 мең гектарҙа башҡарып өлгөргән (82 процент).

Шулай уҡ ужым культураларын туҡландырыу һәм күп йыллыҡ үләнде тырматыу буйынса ла аграрийҙар эште ҡыҙыулата.

Бөгөн республика баҫыуҙарында яҙғы культуралар алты мең гектар майҙанда сәселгән. Башлыса Баймаҡ, Бүздәк, Благовар, Кушнаренко, Шишмә райондары хужалыҡтары уңғанлыҡ күрһәтә.

Әйткәндәй, быйыл республика эшсәндәренә ике миллион гектар тирәһе майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы бураҙналарға һалыу бурысы тора.

Фото: wikiwand.com