Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Апрель 2019, 20:49

Бензин менән дизель яғыулығы "ярыша"

Статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө автозаправкалау станцияларында бензинға хаҡ күтәрелгән, ә дизель яғыулығына, киреһенсә, төшкән.

Олег Яровиков фотоһы.
Олег Яровиков фотоһы.
Статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө автозаправкалау станцияларында бензинға хаҡ күтәрелгән, ә дизель яғыулығына, киреһенсә, төшкән.
8 апрелдәге торош менән сағыштырғанда, мәҫәлән, АИ-98 маркалы бензин 0,4 процентҡа ҡыйбатайып, литрына уртаса 49,25 һумға еткән. Башҡа төрҙәрҙең хаҡы үҙгәрешһеҙ.
Шул уҡ ваҡытта дизель яғыулығы Өфөлә 0,3 процентҡа арзанайған – литры өсөн уртаса 46,41 һум.
Әйткәндәй, былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, баш ҡала автозаправкалау станцияларында дизель яғыулығы хаҡы 13,4 процентҡа артты. Бензин иһә – 9,1 – 9,6 процентҡа.
Читайте нас: