Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Апрель 2019, 11:49

Геотуҡыма етештерелә

“Славрос” ғилми-етештереү берекмәһе Благовещенда геотуҡыма сығарыу буйынса инновациялы производство асырға ниәтләй.

“Славрос” ғилми-етештереү берекмәһе Благовещенда геотуҡыма сығарыу буйынса инновациялы производство асырға ниәтләй.


Компания етәксеһе Александр Фадеев әйтеүенсә, әле Рәсәй был продукцияны сит илдән һатып ала. Яңы предприятиеға 750 миллион һум самаһы инвестиция һалыу, 150 эш урыны булдырыу күҙаллана.


Импортты алмаштырыу өлкә­һендәге тағы ла бер инвестиция проекты Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылында тор­мошҡа ашырыла. Ул – күп ҡатлы асептик төргәк етештереү заводы. Май-июндә заводта ҡорамалдар монтажланасаҡ. Инвестицияның дөйөм күләме 1,8 миллиард һум тәшкил итә, 110 эш урыны булдырыла.


– Рәсәйҙә беҙ беренсе булып һөт һәм шыйыҡ продукция өсөн төргәк сығара башлаясаҡбыҙ, – тине “Стерэкс Пак” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проектының инициаторы Сергей Титов. – Та­уа­рыбыҙ Рәсәй баҙарындағы аҙыҡ-түлек төргәге күләменең 12 процентын тәшкил итәсәк. Әйт­кән­дәй, Ҡаҙағстанда һәм Урта Азия илдәрендә беҙгә ҡыҙыҡ­һыныу белдереп тә өлгөрҙөләр.


Инвестиция комитеты проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү сараһын күҙалларға ҡарар итте.


Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: