Архангел районы хакимиәтендә уҙған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә эшҡыуарҙар - Сибай ҡалаһынан Фәрит Фәйзуллин һәм Татарстан Республикаһынан Мансур Фәсхетдинов ҡатнашҡан. Ҡеүәтле инвесторҙар районда иген һәм техник культураларҙы үҫтерергә планлаштыра.
Әле район етәкселеге эшҡыуарҙарҙың тәҡдимдәрен ҡабул итеп, ер биләмәләрен бүлеү һәм фермер хужалыҡтарын теркәү буйынса күрһәтмәләр биргән.
Фото: Архангел районы хакимиәте сайтынан.