Стәрлетамаҡ механика заводы һәм “Башпласт” компанияһы сит ил ауыл хужалығы техникаһы өсөн комплектлау өлөштәре һәм запас частар етештереүҙе планлаштыра.
– Сәнәғәтселәр алдына сит илдән ташылған продукцияны үҙебеҙҙә, республикала етештереүҙе ойоштороу бурысы ҡуйылды, – тине предприятие директоры Алексей Волошенков. – Беҙ күрһәтмәне үтәп, йыйғыс престар өсөн комплектлау өлөштәре етештерә башлайбыҙ.
“Башпласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бәләкәй тоннажлы махсус пластификаторҙар етештереү проекты ла ыңғай баһа алды. Компанияның генераль директоры Василий Космынин полимерҙар етештереүҙән тыш, халыҡ ҡулланыуы тауарҙарына ла ихтыяж ҙур булыуы хаҡында белдерҙе. Предприятиела ғилми-ғәмәли эшмәкәрлекте ойошторорға ниәтләйҙәр. Бында 40 эш урыны булдырыласаҡ. Проектҡа 470 миллион һум инвестиция һалына.