Башҡортостан статистиктары хәбәр итеүенсә, Өфө АЗС-тарында бензинға хаҡ артты, ә дизель яғыулығына төштө.
8 апрель менән сағыштырғанда, АИ-98 маркалы бензиндың бер литры уртаса 49,25 һумға еткән, йәғни 0,4 процентҡа ҡыйбатланған. Башҡа маркаларҙың хаҡы иһә үҙгәрешһеҙ ҡалған. Мәҫәлән, АИ-92 бензинының бер литры уртаса – 41,39 һумға, АИ-95-теке 44,34 һумға төшә. Шул уҡ ваҡытта дизель яғыулығы Өфөлә 0,3 процентҡа осһоҙланған – бер литр уртаса 46,41 һум.
Былтырғы 16 апрелдәге хаҡтарға күҙ һалһаҡ, Өфө автозаправкалау станцияларында дизель яғыулығына хаҡ 13,4 процентҡа, бензинға 9,1-9,6 процентҡа артҡан.