Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель 2019, 11:10

Баҫыуға ла сығырға ваҡыт...

Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сибәғәт Ғәйнуллин етәкселегендәге Салауат исемендәге колхозда мал ҡышлатыу миҙгеле уңышлы тамамланған. Әле ауыл эшсәндәре бер рәттән яҙғы сәсеүгә ныҡлап тотонған. Ҡыҙыу миҙгелдә уларға һигеҙ меңгә яҡын гектар майҙанда сәсеү эштәрен атҡарыу бурысы тора.

Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сибәғәт Ғәйнуллин етәкселегендәге Салауат исемендәге колхозда мал ҡышлатыу миҙгеле уңышлы тамамланған. Әле ауыл эшсәндәре бер рәттән яҙғы сәсеүгә ныҡлап тотонған. Ҡыҙыу миҙгелдә уларға һигеҙ меңгә яҡын гектар майҙанда сәсеү эштәрен атҡарыу бурысы тора.


Баҫыуҙарҙы быйыл алты сәсеү комплексы иңләйәсәк. Иген культураларынан тыш, шәкәр сөгөлдөрө, картуф сәсеү ҡаралған, техник культураларға ла өҫтөнлөк бирәләр бында. Шөкөр, һабан эштәрен ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ үткәреү өсөн бөтә шарттар бар. Элиталы орлоҡ, яғыулыҡ тейешле күләмдә хәстәрләнгән.


Техника паркының төҙөк һәм ҡеүәтле булыуы ла эште сифатлы башҡарып сығырға мөмкинлек бирәсәк, ти белгестәр. Шуныһы мөһим: етәкселек техника һатып алыуға аҡсаһын йәлләмәй, ҡаҙнанан сыҡҡан сығымдарҙың аҙаҡ икеләтә артып ҡайтыуын яҡшы аңлай. Баҫыу эштәрен ситтән техника йәлеп итмәйенсә, үҙҙәренең көсө менән генә башҡарырға йыйына салауаттар. Бөгөн механизаторҙар оҫтахана­ларҙан ҡайтып инмәй, улар бар көстө техника торошон тикшереүгә, запас частар хәстәрләүгә йүнәлткән.


Бөгөн колхозда дүрт ауылдан 200-гә яҡын кеше эшләй. Йәштәр ҙә сит тараф­тарға китергә ашҡынмай, тыуған яҡтарында ҡалырға тырыша. Махсус белемле белгестәргә лә ҡытлыҡ кисермәйҙәр. “Элек йәштәрҙе өгөтләп тә колхозда ҡалдырып булмаһа, әле үҙҙәре килеп, эш юҡмы тип ҡыҙыҡ­һына”, – ти етәкселек. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, мал аҙығы ла бушлай тиерлек бирелә. Әйткәндәй, хужалыҡ етәкселеге тарафынан хеҙмәткәрҙәргә социаль яҡлау ҙа ҡаралған. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәргә шифаханаларға, ял йорттарына бушлай йүнәлтмә лә бүленә икән. Йыл һайын 20-нән ашыу хеҙмәткәр рәхәтләнеп һаулығын нығытып ҡайта.


Хужалыҡ үҫемлекселек менән бер рәттән малсылыҡ тармағында ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Шуға ла тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында бында төрлө тарафтарҙан киләләр, төрлө семинар-кәңәшмәләр ҙә йыш ойошторола. “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән йәмғиәттең һөтсөлөк фермалары заманса йыһазландырылған. Иркен ялан кәртәләрҙә әле “ҡара-сыбар” тоҡомло 2478 баш һыйыр малы тотола. Яһалма ҡасырыу эше яҡшы ҡуйылған, ҡыш таналар күпләп быҙаулаған. “Ҡышлатыу миҙгелен ойошҡан һәм бер ниндәй ауырлыҡһыҙ үткәрҙек. Аҙыҡ өҫтәле мул булды, малдар, шөкөр, көр”, – ти хужалыҡтың баш зоотехнигы Флүр Әхмәлетдинов. Һауын­сылар һәүкәштәрҙән көнөнә 13 тонна һөт һауып ала, әҙер продукцияны Мәләүез һөт комбинатына оҙаталар.


Мәләүез районы.
Читайте нас: