Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель 2019, 23:43

Үҫешкә яңы этәргес

Башҡортостан менән Ростех һанлы үҫеш тармағында хеҙмәттәшлек итәсәк.

Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Башҡортостан менән Ростех һанлы үҫеш тармағында хеҙмәттәшлек итәсәк.


Тейешле килешеүгә бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм компанияның директорҙар советы рәйесе, дәүләт корпорацияһының генераль директоры урынбаҫары Александр Назаров ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, 2030 йылға тиклемге Республиканың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы, шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли программаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты, “Башҡортостан Республикаһында мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса берҙәм эш алып барыу ҡаралған.


“Артабанғы үҫеш өсөн юлдар күп. Был килешеүгә ҡул ҡуйып, ике аралағы мөнәсәбәттәргә яңы этәргес бирҙек”, – тине Радий Хәбиров.
“Башҡортостанда алдынғы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен күрәбеҙ. Конструктив партнерлыҡта һәм урындағы халыҡ мәнфәғәтендә берҙәм тормошҡа ашырасаҡ эштәребеҙ республиканың ил субъекттары араһында лидерлығын нығытасаҡ”, – тине Александр Назаров.
Читайте нас: