Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Апрель 2019, 17:17

150 кешегә эш була!

Әлшәй районының Ҡыҙыл ауыл Советы биләмәһендә, граждандар сходҡа йыйылып, “Урал ит компанияһы” йәмғиәтенең тәҡдимен өйрәнде, фекер алышты. Предприятие бында заманса сусҡасылыҡ комплексы төҙөп, йылына 15 мең тонна сусҡа ите етештерелмәксе.

Әлшәйҙәргә 150 эш урыны булдырыласаҡ. Был компания – Волга буйы федераль округында сусҡа ите етештереүсе иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһе. Инвестиция компанияһы Әлшәй еренә ҙур пландар, оҙайлы һәм етди ниәттәр менән аяҡ баҫа. Етештереү эшмәкәрлегендә бөтә экономия, зооветеринария талаптары күҙәтеләсәк, таҙартыу ҡоролмалары төҙөләсәк.

Эш урындарының булдырылыуы халыҡтың ситкә китеүен тотҡарлаясаҡ, йәштәрҙең ауылда ҡалыуына ярҙам итәсәк. Халыҡ проектты хуплап алһа ла, инвесторға сходта күтәрелгән мәсьәләләр талаптарҙы көсәйтте.

Фото: Әлшәй районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: