Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ауырғазы эшсәндәре менән осрашты.
Район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов районда ауыл хужалығы тармағына, һыйыр малын үрсетеүгә етди иғтибар бирелеүе хаҡында һөйләне. Бында көн һайын 95 тонна һөт һауыла, буш ятҡан баҫыуҙар юҡ.
Радий Хәбиров шулай уҡ "Уңыш" компанияһының эшмәкәрлеге менән танышты. Хужалыҡтың Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондарында етештереү предприятиелары бар. Уларҙа 330 кеше эшләй. Былтыр табыш 1,3 миллиард һум тирәһе тәшкил иткән. Компанияның 5800 эре малы, ике мең баш һауын һыйыры иҫәпләнә.
Предприятиела алты мең башҡа иҫәпләнгән ҙур малсылыҡ комплексы төҙөргә ниәтләйҙәр. Уға инвестиция күләме 4,2 миллиард һум тәшкил итергә тейеш. Комплекс 2023 йылда тулыһынса сафҡа ингәс, 200-ҙән ашыу кешегә эш урыны буласаҡ.