Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Май 2019, 11:27

“Кәштәләрҙә үҙебеҙҙең аҙыҡ буласаҡ”

Республика төбәктәре буйлап матбуғат сәфәре ойошторолдоБашҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм ваҡытлы матбуғат хәбәрселәре яҙғы баҫыу эштәре, эшкәртеү предприятиеларының эше менән танышты.

Республика төбәктәре буйлап матбуғат сәфәре ойошторолдо.


Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм ваҡытлы матбуғат хәбәрселәре яҙғы баҫыу эштәре, эшкәртеү предприятиеларының эше менән танышты.


Сәфәр “Шишмә һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте”н рәсми рәүештә асыуҙан башланды. Элекке заводты ике йыл эсендә өр-яңынан тиерлек яңыртып ҡорғандар. Тәбиғи һөттән “Молочный завод Чишминский” һәм “Белое село” тигән эремсек, кефир, ҡаймаҡ етештерәләр. Тиҙҙән йогурт сығара башларға һәм тауар төрөн арттырырға йыйыналар.


– Әлегә бында әҙерләнгән аҙыҡ республика сауҙа нөктәләрендә һатылһа, киләсәктә географияны киңәйтергә уйлайбыҙ, – тине предприятие директоры Руслан Хәмитов. – Бөгөн заводта 30 кеше эшләй, тәүлегенә 10 тонна сеймал үтә, бөтә хеҙмәт автоматлаштырылған. Йыл аҙағында иһә предприятие тулы ҡеүәтенә сафҡа ебәрелһә, ул саҡта тәүлегенә 60 тонна һөттән етештерелгән төрлө ризыҡтар сауҙа нөктәләренә оҙатыласаҡ.


Заводты йыһазландырыу өсөн 200 миллион һум аҡса тотонолған. Һөт эшкәртеү ҡорамалдары алыу өсөн 21 миллион һум күләмендә субсидия бүленгән.


Әйткәндәй, республикала һөт малсылығы борондан ауыл хужалығының әйҙәүсе өлкәләренең береһе булды. Ул тармаҡтағы тулайым продукцияның биштән бер өлөшөн бирә. Башҡортостан – илдә һөт һәм һөт аҙыҡтары әҙерләү юҫығында иң алдынғы төбәктәрҙең береһе. Оҙаҡ йылдар тупланған тәжрибәне ҡулланып, был өлкәне бөгөн – заманса технологиялы тармаҡ, ә һөттө ауылдың, аграр иҡтисадтың төп үҫеш нөктәһе итеү беҙҙең төп бурыс булып тора.


Быйыл республикала һөт етештереү тармағын үҫтереү буйынса 2020 һәм 2030 йылдарға комплекслы программа ҡабул ителеүен, уға ярашлы төбәктә уртаса һәр һыйырҙың продуктлылығын йылына – 7400 килограмға, ә ауыл хужалығы ойошмаларында туғыҙ мең килограмға тиклем еткереү бурысын иҫкә төшөрһәк, әлеге предприятиеның эш башлауы ни тиклем мөһим булыуы аңлашыла. Дөйөм алғанда, программа был осорға һөт әҙерләүҙе ике тапҡырға арттырып, 1,5 миллион тоннаға еткереү бурысын ҡуя. Нимә генә тимә, күрше төбәктәргә һөт түгел, ә унан әҙерләнгән ризыҡ һатыуҙан табыш алыу отошлораҡ.


Бынан һуң матбуғат сәфәрендә ҡатнашыусылар райондың “Нерал-Шишмә” ауыл хужалығы предприятиеһы баҫыуында сәсеү эше менән танышты. Бында арпа сәсәләр ине.


– Көндәр һалҡын торһа ла, ерҙә дым булғанда өлгөрөп ҡалырға тырышабыҙ, – тине йәмғиәт етәксеһе Илшат Ғабдрахманов. – Техника етерлек, дәүләт тарафынан ярҙам күреп торабыҙ.


Артабан министр быйыл яҙ тәбиғәт торошоноң көйһөҙ булыуы арҡаһында ужымдың шаҡтай өлөшөнөң һәләк булыуы, уны ҡабаттан сәсеү мохтажлығы хаҡында һөйләне. Шуны әйтергә кәрәк: республикала уртаса 130 мең гектар майҙанда ужым культуралары юҡҡа сыҡҡан. Быға апрель башында һауа торошоноң йылы, ә төндә ҡырауҙарҙың көслө булыуы сәбәпсе.


Благоварҙа матбуғат хәбәрселәре Благовар ҡошсолоҡ һәм тоҡомсолоҡ заводының һоло баҫыуы менән танышты. Ҡасандыр өйрәк үрсетеүҙән эш башлаған хужалыҡ бер аҙҙан ҡаҙ, цесарка үҫтереүгә тотона. Бөгөн иһә улар һыйыр малы үрсетеү, һөт етештереү менән дә шөғөлләнә. Тап шуға ла хужалыҡ баҫыуҙарында үҫтерелгән ашлыҡ тулыһынса үҙҙәренең ихтыяжы өсөн тотонола. 12 мең гектар майҙанда ужым, ҡуҙаҡлы һәм техник культуралар сәселә. Был предприятиела ужымдың 30 проценты һәләк булған.


– Бындай хәлдең күҙәтелгәне юҡ ине, – тине ойошма етәксеһе. – Бүтән йылдарҙа -– биш, иң күбе 10 проценттан артмай торғайны. Үҫентеләр ҡышын түгел, яҙғы һалҡында әрәм булды.


Благовар селекция-генетик үҙәгендә сусҡасылыҡ менән мәшғүлдәр. Үҙәк базаһында шулай уҡ һөрөнтө ерҙәр, ҡатнаш аҙыҡ цехы һәм элеватор тоҙөлгән.


Моисеев ауылындағы “СН-продукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙәге менән танышҡас, ауыл ерендә лә бына тигән эшкәртеү предприятиеһы ойошторорға мөмкин тигән фекергә килде сәфәрҙә ҡатнашыусылар. 2010 йылда урындағы һөт ҡабул итеү пунктының сепаратор бүлексәһе нигеҙендә барлыҡҡа килгән ойошма бөгөн 35 төр ризыҡ етештерә. Тәбиғи һөттән әҙерләнгән кефир, ҡыҙыл эремсек, ҡаймаҡ, йогуртты тәмләп ҡарағас, барыһы ла уларҙың сифатына һоҡланыу белдерҙе, был аҙыҡтарҙы ҡайҙа һатып алырға мөмкин булыуы менән ҡыҙыҡһынды.


Предприятиела 90 кеше эшләй. Ойошма етәкселеге ҙур пландар менән йәшәй. Тағы ике ҡатлы цех төҙөргә, әле тәүлегенә уртаса 50 тонна сеймал етештерһәләр, артабан 80 – 85 тоннаға еткерергә иҫәп тоталар. “Башкир­агроинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иген культуралары, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө, шулай уҡ һыйыр малы үрсетеү һәм ит һатыу менән шөғөлләнә.


Артабан сәфәр Бүздәк консерва заводында дауам итте. Предприятиеның ихатаһында тау-тау булып өйөлгән быяла банкалар бында эштең көйлө барыуына ишаралай ине.


– Башлыса Рәсәй сеймалын файҙаланабыҙ, – тине ойошма етәкселәре. – Сөгөлдөр, кишер тулыһынса республиканыҡы, ә картуф өлөшләтә үҙебеҙҙеке.


“Бүздәк” бренды менән 80 төрҙән артыҡ етештерелгән аҙыҡ-түлекте республикала ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә яҡшы баһалайҙар. Ә инде был ризыҡтарҙың тәмен, сифатын бер белгән кеше башҡа ваҡытта ла гел уны һайлаясаҡ.


Ә бына Фәүил Хәбибрахмановтың крәҫтиән (фермер) хужалығын тәү күргәндәр, эште ошолай ҙа ойоштороп була икән, тип һоҡланыуын йәшермәне. Ғәҙәттә, беҙ ауыл ерҙәрендә теплицаларҙы бәләкәй, полиэтилен япма менән ҡаплаулы итеп күрергә өйрәнгәнбеҙ. Тәүәккәл хужаларҙың 10 гектар майҙанды биләгән комплексы барлыҡ заман талаптарына ярашлы итеп төҙөлгән. Бында үҫтерелгән ҡыяр, тәмләткес үләндәрҙе республиканан ситтә урынлашҡан төбәктәрҙән дә килеп алалар. Апрель аҙағына улар 4742 тонна йәшелсә йыйып өлгөргән. Был былтырғы йылдың ошо осоронан 2205 тоннаға күберәк. Шулай ҙа электр энергияһына хаҡтың йыш артыуы фермаға үҫешергә ҡамасаулай. “Киләсәктә альтернатив яҡтылыҡ уйлап табырға кәрәк”, – тине хужалыҡ етәксеһе.


Сәфәр барышында иген, техник, ҡуҙаҡлы, май культуралары, асыҡ һауала ла йәшелсә үҫтергән фермерҙың баҫыу эштәре менән дә таныштылар. Былтыр мул уңыш алған Фәүил Хәбибрахманов сәсеүгә етди әҙерләнгән. 1296 тонна ашлама, 50 тонна элиталы иген орлоғо алынған. Әлбиттә, фермер техника паркын яңыртыуға етди ҡарай. Хужалыҡта ете “Джон Дир”, өс “МТЗ”, өс “Т-150” тракторы һәм барлыҡ ер эшкәртеү техникаһы бар.


Сәфәр һуңында Илшат Фәзрахманов журналистар менән брифинг үткәреп, республикалағы яҙғы баҫыу эше хаҡында үҙенең фекерен әйтеп, әлегә техника етешмәүе, яңыларын алырға дәүләт ярҙам итәсәген белдерҙе. Сауҙа кәштәләрендә үҙебеҙҙә әҙерләнгән сифатлы аҙыҡтар булырға тейеш тигән теләген еткерҙе.


– Ҡыр эштәренә беҙҙең аграрийҙар былтырғынан ике аҙнаға иртәрәк сыҡты, – тине Илшат Илдус улы. – Тәбиғәт шарттары бигүк уңайлы тормаһа ла, ер һыуыҡ булһа ла, беҙгә башҡа юл юҡ, орлоҡто дым бар саҡта сәсеп ҡалырға кәрәк. Республикала сәсеү эштәре йәнләнә. Бөгөн 164 мең гектар майҙанда яҙғы культуралар бураҙнаға һалынған. Иртә культураларҙы – май урталарына, ә ҡалғандарын июндең тәүге ун көнлөгөндә сәсеп бөтөргә планлаштырабыҙ.


Шишмә – Благовар – Бүздәк райондары
Читайте нас: