Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген грант системаһы аша күтәреү өсөн Башҡортостан быйыл 112,4 миллион һум аласаҡ. Тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылып сыҡты.
Был эш “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ ҡылыу” милли проектының “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә адреслы ярҙам” федераль проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында үтәлде.
Был федераль проект нигеҙендә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса төбәк программаларын яҡлаған субъекттар иҫәбен арттырыу планлаштырыла. Рәсәй бюджетында быйылға ошо маҡсатҡа 33,9 миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған.
Ҡул ҡуйылған бойороҡтан күренеүенсә, был сумма илдең 36 субъекты араһында бүленгән.