Форум кампаниялары, проекттар яҡлау, гранттар отоу тормошобоҙға яңыраҡ үтеп инеүгә ҡарамаҫтан, улар йәмғиәттә торған һайын ҙурыраҡ урын ала бара.
Тәүге тапҡыр йәштәр форумы Ҡырмыҫҡалы районында былтыр уҙғарылды. Дүрт проект авторы 50 мең һумлыҡ грант алып ҡыуанды.
Яҡшы өлгөгә эйәреүселәр ҙә бар. “Molod” йәштәр форумы быйыл үҙенә байтаҡ ирекмәндәрҙе, әүҙемселәрҙе йәлеп итте, социаль йүнәлешле һигеҙ проекттың исем туйы үткәрелде. Айырыуса Прибельский ауылы йәштәренең өлгөрлөгө хайран ҡалдыра – дүрт проект уларҙыҡы. Прибельский урта мәктәбе уҡыусыһы Илья Михайлов башланғыс класс балалары өсөн үҫтереүсе мөхит рәүешендә уйын зонаһы проектын тәҡдим итһә, ә Людмила Дмитриева китапхана базаһында “Библиоша” театр студияһын асырға ниәтләй. Ике мөһим проект та 20 мең һумлыҡ гранттарға лайыҡ тип табылды. Сүп-сарҙы айырым йыйыу идеяһы менән янған Мәҙинә Заһиҙуллинаның проекты ла ун мең һумлыҡ грант менән билдәләнде. “Тиңдәр диалогы” акцияһында йәштәр район етәксеһе Әлфир Сабиров менән күҙгә-күҙ осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.
Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте сайтынан.