Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Май 2019, 23:58

Эшҡыуарҙарға ярҙам маҡсатында

“Торатау” конгресс-холында “Минең бизнес” тигән үҙәк булдырыу планлаштырыла.

Фото республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығынан.
Фото республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығынан.
“Торатау” конгресс-холында “Минең бизнес” тигән үҙәк булдырыу планлаштырыла.


Уның проекты Республика йортонда инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ климатын яҡшыртыу буйынса проект офисының сираттағы ултырышында ҡаралды.


“Үҙәктә бизнесҡа кәрәкле хеҙмәттәр күрһәтеү планлаштырыла, атап әйткәндә, һүҙ тәү сиратта Өфө эшҡыуарҙарына төҙөлөшкә, эксплуатацияға индереүгә, селтәрҙәргә тоташтырыуға рөхсәт биреү хаҡында бара. Йүнселдәргә ярҙам маҡсатында, эшкә ресурстар менән тәьмин итеү ойошмалары белгестәре лә ылыҡтырыласаҡ”, – тине Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова.


Үҙәкте асыу 1 авгусҡа планлаштырылған. Ултырышта ҡатнашыусылар был башланғыстың эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвестиция программаларын тормошҡа ашырыуға өлөш индерәсәген билдәләне.

Читайте нас: