Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Май 2019, 11:26

Парктарға 250 миллион һум бүленә

Бөрөлә әкиәттәге Мәскәй әбей аласығы рәүешендәге ресторан, ә Бәләбәйҙә кәмәлә йөрөгәндә фильм ҡарау мөмкинлеге биргән асыҡ һауалағы кинотеатр асыла. Ишембай ҡалаһының үҙәге лә үҙгәреш кисерәсәк.

Бөрөлә әкиәттәге Мәскәй әбей аласығы рәүешендәге ресторан, ә Бәләбәйҙә кәмәлә йөрөгәндә фильм ҡарау мөмкинлеге биргән асыҡ һауалағы кинотеатр асыла. Ишембай ҡалаһының үҙәге лә үҙгәреш кисерәсәк.

Федераль ҡаҙнанан парктарҙы һәм ял зоналарын төҙөкләндереүгә 250 миллион һум аҡса бүленә. Республикабыҙҙан өс муниципалитет уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты.

Илдә парктар һәм скверҙар “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” милли проекты нигеҙендә төҙөкләндерелә. Былтыр ҡабул ителгән һәм 2019—2024 йылдарға иҫәпләнгән федераль күләмдәге яңы милли проекттар тураһындағы указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда уларҙы тормошҡа ашырыу төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың контролендә тотола.

Владимир Путин “Рәсәй федерацияһында төҙөлөштә, архитектурала алдынғы технологиялар, IT-технологиялар ҡулланып уңайлы ҡала мөхитен булдырыу эшлекле урта класс барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк” тип белдерҙе.
Бөрө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Радик Яфаев: “Ерҙең һәр квадрат метры тиерлек үҙгәртеләсәк.

Биләмәне үҫтереү концептын әҙерләүгә йәлеп ителгән белгестәр һәр нәмәне бөтә нескәлектәрендә уйлап эшләгән. Улар участканы төндә һәм көндөҙ, ял һәм эш көндәрендә, йәй һәм ҡыш нисек файҙаланыласағын күҙ уңында тотҡан”, — тине.
Читайте нас: