Баймаҡ игенселәре яҙғы сәсеүҙе республикала тәүгеләр рәтендә башланы. Әле ундағы 125 хужалыҡта ла эш ҡыҙыу бара.
Райондың баш агрономы Радик Рәхмәтуллин әйтеүенсә, бөтәһе 78 400 гектарҙа яҙғы культуралар сәсеү ҡарала. Әле был эштең 16,4 проценты үтәлгән.
Район аграрийҙары, көндәр аяҙ торғанда, сәсеү кампанияһын тиҙ арала тамамларға иҫәп тота. Айырыуса Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, Ярат ауылынан Айҙар Мырҙаҡаев һәм Ҡуянтауҙан Илгиз Байегетовтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары уңышлы эшләй: уларҙа сәсеү майҙандарының күп өлөшө сәселгән.