Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Май 2019, 23:09

Итальяндар үҙҙәре килеп көйләгән

Һуңғы йылдарҙа әле ул, әле был предприятиела ҡыҫҡартыу булғаны тураһында хәбәрҙәр йыш ишетелә. Ә Учалы тегеү фабрикаһы, киреһенсә, көндән-көн үҫеш кисерә, заказдары арта, матди-техник хәл нығый.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Һуңғы йылдарҙа әле ул, әле был предприятиела ҡыҫҡартыу булғаны тураһында хәбәрҙәр йыш ишетелә. Ә Учалы тегеү фабрикаһы, киреһенсә, көндән-көн үҫеш кисерә, заказдары арта, матди-техник хәл нығый.


Әле фабрикала 700-гә яҡын кеше эшләй, уларҙың 97 проценты – ҡатын-ҡыҙ.

Заказ күп, бөгөн фабрикала өс йөҙҙән ашыу төр изделие тегелә. Урындағы ойошма-предприятиеларҙың барыһы ла тиерлек йылдар дауамында һыналған, ышаныслы Учалы тегенселәре хеҙмәтенән ҡуллана. Эре заказсылар араһында “Рәсәй тимер юлдары”, “Роснефть”, “Башнефть”, “Газнефть”, “Трансгаз” компаниялары, “Росгвардия” хеҙмәте бар.


Әлбиттә, ҡатмарлы кейем тегеү өсөн заманса ҡорамалдар, яңы технологиялар ҡулланып эш итер кәрәк. Фабрика уларҙы даими яңыртып тора. Күптән түгел, мәҫәлән, 25 миллион һумға Италиянан бик кәрәкле ҡорамал һатып алғандар. Әйткәндәй, “Макпи” фирмаһы белгестәре уны килтереп, үҙҙәре көйләп тә биргән.


“Тиҙҙән яңы ҡорамалды тулы көсөнә эшләтә башлаясаҡбыҙ. Ул махсус кейемдәрҙе тағы ла сифатлыраҡ итеп тегеү мөмкинлеген бирәсәк, ваҡыт та аҙыраҡ сарыф ителәсәк”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Учалы тегеү фабрикаһы директоры Фәйрүзә Степаненко.


(Предприятие тураһында тулыраҡ мәҡәләне киләһе йома һанында уҡырһығыҙ).

Читайте нас: