Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Май 2019, 20:32

Яҡшы битум етештерәбеҙ

Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып модификациялы битум етештереүҙе үҙләштерҙе. Ул транспорт баҫымын һәм төбәктәге климат шарттарын иҫәпкә алған Superpave технологияһы буйынса юл һалыуҙа һәм ремонтлауҙа ҡулланыла.

Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып модификациялы битум етештереүҙе үҙләштерҙе. Ул транспорт баҫымын һәм төбәктәге климат шарттарын иҫәпкә алған Superpave технологияһы буйынса юл һалыуҙа һәм ремонтлауҙа ҡулланыла.


Әммә “Транспорт сәғәте”ндә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, быйыл республикаға 112 мең тонна юл битумы кәрәк, шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда етештерелгән инновациялы составтың ни бары 2,5 мең тоннаһы ғына һатып алына. Әйткәндәй, Superpave технологияһы АҠШ-та барлыҡҡа килгән. Һуңыраҡ ул “СПАС” тигән исем аҫтында Рәсәйҙә лә үҙләштерелгән. Был технология федераль трассаларҙы төҙөкләндергәндә уңышлы ҡулланыла, юл япмаһының сифатын тәьмин итә.


Радий Хәбиров, заманса материалдар һәм технологиялар юл сифатына, уның хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыуға булышлыҡ итһә, уларҙы киңерәк файҙаланырға кәрәк, тип билдәләне. Кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, Рәсәй юл ғилми-тикшеренеү институты (“РосдорНИИ”) нигеҙендә юл һалыу, ремонтлау һәм уны тәртиптә тотоуҙың өр-яңы материалдары һәм технологиялары буйынса дөйөм тармаҡ үҙәге ойошторолған. Ҡайһы бер төбәктәрҙә уның филиалдары ла асыласаҡ. Бындай бүлексә тәүгеләрҙән булып Өфөлә барлыҡҡа киләсәк, тигән фекер бар. “РосдорНИИ” етәксеһе кәңәшсеһе Евгений Дамье әйтеүенсә, филиалдың йыл аҙағына тиклем асылыуы ла бик мөмкин.


Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: