Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Май 2019, 16:18

Грант һәм субсидия кемгә тейеш?

Башҡортостан Хөкүмәте “Фермерҙарға ярҙам күрһәтеү системаһын ойоштороу һәм ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү” төбәк программаһы буйынса гранттар һәм субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Республика проекты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Финанс ярҙамға түбәндәгеләр иҫәп тота ала:

фермер хужалыҡтары – “Агростартап” гранты рәүешендә өс миллион һумға тиклем (әммә аҡса күләме сығымдың 90 процентынан артмаҫҡа тейеш);

ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары – финанс йылындағы сығымды ҡаплауға (уның 50 процентына тиклем);

ауыл хужалығы кооперацияһы һәм фермерҙарға ярҙам күрһәтеү өлкәһендәге компетенциялар үҙәге – айырым маҡсатлы сығымдарҙы берлектә финанслау рәүешендә.

Конкурста ҡатнашыуға документтар норматив документтар раҫланғас иғлан ителәсәк. Мәғлүмәт Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтында урынлаштырыла.

Фото: Ckiapk.ru.
Читайте нас