10 һәм 11 майҙа Өфө – Аэропорт юлын ремонтлау дауам итәсәк.
Баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов әйтеүенсә, М-5 трассаһынан аэропортҡа тиклемге участкала юлды яңыртыу үтә мөһим.
“Был эш беренсе сиратта аварияларҙы бөтөрөү, водителдәр һәм пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән башҡарыла. Өфө – Аэропорт юлы республикала иң көсөргәнешле һанала. Унан тәүлегенә 250 меңдән ашыу автомобиль үтә, бындай хәрәкәт юлдың тиҙ боҙолоуына килтерә, гарантия срогы үтәлмәй. Тағы бер тапҡыр билдәләп үтәм: юлды йыл һайын ремонтлау тәү сиратта хәүефһеҙлек маҡсатында башҡарыла”, – тине Салауат Хөсәйенов.
Өфө мэрияһы ремонттың план-графигын әҙерләгән. Был аҙнала эш 10 һәм 11 майҙа башҡарылһа, артабан 13 майҙа дауам итәсәк. Унан дүшәмбенән кесаҙнаға ҡәҙәр көндөҙгө смена иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем эшләйәсәк. Йома, шәмбе, йәкшәмбе – тик 3-кә тиклем. Төнгө смена иһә киске 10-дан иртәнге 5-кә ҡәҙәр ремонтлаясаҡ.
Водителдәргә уңайлылыҡ өсөн, эш графигы, хәрәкәт схемаһы һәм ихтимал булған төҙәтмәләр хаҡында баш ҡала хакимиәте сайтында, социаль селтәрҙәрҙә, киң мәғлүмәт сараларында хәбәр ителә барасаҡ. Юлда ЮХХДИ экипаждары дежурлыҡ ойошторасаҡ.
Салауат Хөсәйеновтың һүҙҙәренсә, ремонттың төп өлөшөн 15-20 июндә тамамлау планлаштырыла.