Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Май 2019, 03:28

Владимир ПУТИН: "Халыҡ аныҡ һөҙөмтә көтә"

Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышын үткәрҙе.

Фото: Путин.ru-an.info
Фото: Путин.ru-an.info
Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышын үткәрҙе.


Билдәле булыуынса, был йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу тураһында указға ҡул ҡуйыуға бер йыл үтте.


“Ниҙәр эшләргә өлгәшелде, ҡайҙа алға китеш һәм ниндәй тотҡарлыҡтар бар – шул хаҡта һөйләшергә йыйылдыҡ”, – тине Владимир Путин.


Иң төп дәғүәләрҙең береһе эштең ныҡ бюрократлаштырылғанына бәйле.


“Халыҡҡа абстракт вәғәҙәләр, ведомство пландары, графиктары, төрлө техник мәсьәләләр ҡыҙыҡ түгел. Улар аныҡ һөҙөмтә көтә. Кешеләр процестың барғанын, уның ыңғай икәнен күрергә тейеш”, – тине Владимир Путин.


Президент иғтибар иткән йәнә бер проблема – эште тормошҡа ашырыу ваҡытын һуҙыу.

“Бында ла бюрократик алымдарға юлығабыҙ. Контроль сроктарҙы күсереү бөтөнләй булмаҫҡа тейеш”, – тине Владимир Путин.


Һәр төбәк етәксеһе үҙ биләмәһендә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән шәхси шөғөлләнергә тейеш.


“Илдең үҫеш стратегияһының уңышы нәҡ урындарҙағы һөҙөмтәгә бәйле, – тине Владимир Путин. – Башҡарма властың системалы эше барлыҡ милли проекттар өсөн мөһим. Был тәү сиратта социаль өлкәгә ҡағыла”.


Владимир Путин билдәүенсә, милли проекттарҙың системалы бурыстарының береһе – Рәсәйҙә сәнәғәт һәм юғары технологиялы продукцияға, нәҡ Ватан продукцияһына, ҡеүәтле өҫтәмә ихтыяж формалаштырыу. Ләкин ғәмәлдә яһалма барьерҙар килеп сыға.


“Машиналарҙың һәм ҡоролмаларҙың ҡайһы бер төрҙәре буйынса техник йөкләмәләр ысынында яһалма. Бындай практиканы туҡтатыуҙы һорайым. Иң мөһиме – сифат, ышаныслылыҡ”, – тине Владимир Путин.

Читайте нас: