Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Май 2019, 02:31

Мәктәптәргә лә тәҡдим итергә мөмкин

Мораҡ ауылы йүнселе Руслан Ғүмәров 2003 йылдан алып ҡортсолоҡ һәм умартасылыҡ продукцияларын етештереү менән шөғөлләнә.

Олег Яровиков фотолары.
Олег Яровиков фотолары.
Мораҡ ауылы йүнселе Руслан Ғүмәров 2003 йылдан алып ҡортсолоҡ һәм умартасылыҡ продукцияларын етештереү менән шөғөлләнә.
Эшҡыуарҙың йөҙ гектарҙан күберәк майҙанлыҡ умарталығы һәм 600 күсе бар. Йүкә балы, шулай уҡ “йомро бал” дражеһы етештерә.
Былтырғы күрһәткестәргә килгәндә, алтмыш тоннанан ашыу бал һәм ҡортсолоҡ продукттары эшкәртелгән. Йүнсел көнбағыш майының һәм төрлө сәтләүектәрҙең ҡырылған орлоҡтарынан ҡуйы масса яһау өсөн махсус тирмән таштары һатып алған.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров эшҡыуарға файҙалы продукцияны киңерәк таратырға кәңәш бирҙе. Уның әйтеүенсә, бер өлөшөн хатта мәктәптәргә лә тәҡдим итергә мөмкин.
Читайте нас: