Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Май 2019, 01:43

"Эшләгеҙ. Һөҙөмтә көтәбеҙ"

Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.

Фотолар glavarb.ru сайтынан.
Фотолар glavarb.ru сайтынан.
Республика йортонда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте” тәртибендә сираттағы кәңәшмә үткәрҙе.
Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев проблемалы объекттарҙа эште тамамлау, алданған өлөшсөлөр менән хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән булдырылған саралар тураһында һөйләне.


“Йорттарҙы сафҡа индереү ваҡыты билдәләнгән юл картағыҙ миндә бар, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Эште дауам итегеҙ. Беҙ һөҙөмтә көтәбеҙ”.
Проблемалы объекттарҙы төҙөп бөтөү өсөн федераль бюджет аҡсаһын йәлеп итеү мөмкинлеге лә ҡаралды.
“Беҙ ундай һөйләшеү алып барабыҙ. Барыһы ла төбәктә был хәлдең ни тиклем көсөргәнешле булыуына бәйле, – тине Радий Хәбиров. – Варианттар эҙләйбеҙ. Федераль ҡануниәт яҡын арала был йәһәттән ярҙам итәсәк тип уйлайым”.
Кәңәшмәлә төҙөлөш тармағын проектлы финанслау системаһына күсереү мәсьәләһе лә ҡаралды. Республикала өлкәнең әлеге хәле, төҙөүселәрҙең банк ойошмалары менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе хаҡында фекер алышынды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, 1 июлгә тиклем бергәләп әҙерлек эштәре үткәреү мөһим.


Бынан тыш, Өфө – Аэропорт автомобиль юлының торошо, унда әле барған ремонт эштәре хаҡында һөйләшеү булды.
Читайте нас: